Республика прокуратураһы Өфөләге төҙөлөш майҙандарының береһендә биш кешенең ғүмере өҙөлөүенә бәйле, тикшереү эшен башланы

Билдәле булыуынса, тимер будка эсендә һөрөм еҫенә ағыуланып Корея граждандары һәләк була. Улар Блюхер урамындағы күп ҡатлы йорт төҙөлөшөндә ҡатнашҡан. Объект «Сальвия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иҫәбендә. Хеҙмәт килешеүе буйынса сит ил вәкилдәре штукатур һәм маляр булып эшләгән.

Өфөнөң Блюхер урамындағы күп ҡатлы төҙөлөш объектына үтерлек түгел. Ул хәүефһеҙлек талаптары буйынса ҡойма менән уратылған. Әммә бәхетһеҙ осраҡтан был ҡәтғи сара ла аралай алмай. Бөгөн биләмәлә биш кешенең кәүҙәһе табыла.

Уларҙың барыһы ла - Корея граждандары. Билдәле булыуынса, күңелһеҙ осраҡтың тәүге шаһиттары - иртә менән көндөҙгө сменаға эшкә килгән бригада эшселәре.

Ҡапҡа аша үткәс тә, «Сальвия» төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре беҙҙең ижади төркөмдө сығыу яғына ҡыуалай башланы. Интервью биреүҙән баш тартыуҙан бигерәк, хатта, аяныслы хәл теркәлгән майҙанды видеоға төшөрөүҙән дә тыя башланылар.

Биш кешенең кәүҙәһе иртә менән урамға сығарыла. Улар ҡар өҫтөндә юрған менән ҡапланған ине... Бәләкәй будка эсендә биҙрәлә ут яғып, йылынырға теләү подряд ойошмаһы эшселәре өсөн аяныслы тамамлана. Һөрөм еҫе баштарына етә. Быға тиклем сатлама һыуыҡтарҙан электр йылытыу ҡоролмаһы ҡотҡарған булһа, бәлә төнөндә ул эшлектән сыҡҡан булыуы мәғлүм. Шуға ла сит ил вәкилдәре нисек тә булһа туңыуҙан һаҡланыу маҡсатында, ут тоҡандыра. Төҙөлөш ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре был будканы башлыса кейем алмаштырыу өсөн генә ҡулланыла ине тип аҡлана, әммә фотоһүрәттәр буйынса кире уйға килергә мөмкин. Бында карауаттарҙың булыуы ла шик тыуҙыра. Әйткәндәй, һөрөм еҫенән ағыуланып һәләк булыусылар Башҡортостанда легаль рәүештә эшләгән. Уларҙың иң йәше 42 йәштә булһа, иң өлкәненә - 58 булған. Төҙөлөш майҙанында теркәлгән енәйәтте асыҡлау маҡсатында тәфтиш эштәре һәм оператив-эҙләү саралары ойошторола, прокуратура тарафынан тикшереү башлана.

Гөлнара Имаева, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы вазифаһын башҡарыусы: «Тәфтишселәр тарафынан «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында ике йәки унан күберәк кеше үлеменә килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Биш кешенең үлеменә сәбәпте теүәл асыҡлау маҡсатында суд-медицина экспертизаһы ойоштороласаҡ. Тикшереү эштәре дауам итә».

Төҙөлөш майҙанында башҡа Корея граждандарын да осраттыҡ, улар тел белмәү сәбәпле, аралашыуҙан баш тартты. Шуныһы мәғлүм, сит ил вәкилдәре ватандаштарының кәүҙәләрен тыуған яғына ҡайтарыу мәсьәләһен хәстәрләй.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина