Өфөлә сығарылыш курс студенттары өсөн кадрҙар форумы үтә

Юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар унда эш биреүселәр менән танышып, резюмелар ҡалдыра ала.

Вуз-ара кадрҙар форумы баш ҡалала дүртенсегә үтә. Был сарала күп студенттар эш таба, ти ойоштороусылар. Быйыл да вакансия йәрминкәһендә йөҙҙән ашыу предприятие ҡатнаша. Эш тәҡдим итеүселәр башлыса иҡтисад, сәнәғәт һәм социаль өлкәнән. Күп кенә предприятиелар студенттарҙы диплом алмаҫ борон уҡ эштә һынап ҡарарға риза.

Сығарылыш курс студенттарына эш биреүселәрҙән оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолған. Семинарҙа нисек эшкә урынлашыу, ниндәй үҙенсәлектәргә иғтибар итергә, эш биреүсе алдында үҙеңде тоторға һәм хоҡуҡи нормаларға өйрәтәләр. Буласаҡ йәш белгестәр фекеренсә, был форум уҡыуын тамамлап эш урыны таба алмай аҙапланған егет-ҡыҙҙарға ҙур ярҙам.

Авторы: Айнур Кәбиров