Быйыл Баймаҡ районында 300-гә яҡын сығарылыш синыфы уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырасаҡ

Тәүге һынау имтихандары яҙғы каникул осоронда үтә. Ошо көндәрҙә Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә имтихандарҙы 11-се синыфтарҙың ата-әсәләре тапшырып ҡараны һәм төп фәндәр буйынса үҙҙәренең белемдәрен тикшерҙе. Был турала тулырак артабанғы яҙмала.

Һынау имтихандары уҡыусыларҙың һәм ойоштороусыларҙың әҙерлек кимәлен тикшереү өсөн үткәрелә. Был аҙнала ошо процедураларҙы ата- әсәләр ҙә үтеп ҡараны. Уларҙың имтиханы дөйөм күрһәткестәрҙә сағылмаһа ла, өлкәндәрҙең һәр береһе тулкынландырғыс мәл кисерҙе. Имтихан урынына махсус ҡорамалдар аша тикшерелеп инеү, ваҡытлыса булһа ла телефонды һүндереп тороу, рәсми таныҡлыҡ күрһәтеү йөрәктәрҙе йышырак тибергә мәжбүр итте.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, имтихандар ваҡытында төрлө күңелһеҙ осраҡтар булып тора. Рәсми таныҡлыҡтарын онотоп ҡалдырыу, имтихан биреүгә еңел-елпе ҡарау, уның талаптаран үтәмәү кеүек күренештәр мәктәпте уңышлы тамамлауға бер сик булып тора. Ошоно ата әсәләргә аңлатыу был экзамендарҙың төп шарты ла.

Имтихандар тапшырыу процедуралары йыл да үҙгәреп тора. Был иһә һынау тотасаҡ уҡыусыларҙы ҡурҡытырға тейеш түгел, киреһенсә, етди ҡаршылыҡтар артабан тағы тырышып белем алыу өсөн бер мөмкинлек ул, ти белгестәр.

Авторы: Гөлнур Ишбулатова