Әбйәлилдә йәштәр форумы

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йәштәр араһында төрлө осрашыуҙар йыш ойошторола. Улар өсөн универсаль майҙанда төрлө идея һәм проекттар яҙыла.

Асҡарҙа үткән «Беҙ бергә!» исемле форум үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу һәм йәштәр башланғыстарын тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итеүгә арналды. Сарала райондан сыҡҡан йәш эшҡыуарҙар инвесторҙарҙы ҡайҙан эҙләргә һәм үҙ бизнесыңды башлап китеү серҙәре менән таныштырҙы. «Воркаут» ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Роберт Дәүләтшин проект яҙыу, айыҡ тормош һәм спорт тураһында сығыш яһаһа, эшҡыуар Денислам Өмөтбаев башҡорт аттарын үрсетеү тураһында һөйләне.

Мәктәп уҡыусылары, ирекмәндәр, уҡытыусылар форумда әүҙем ҡатнашып үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап тапты, үҙ идеялары хаҡында эксперттарҙан кәңәш алды. Проект яҙырға, төбәк һәм федераль форумдарҙа ҡатнашыу мөмкинлектәре менән танышты. Сара аҙағында һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырылды.

Авторы: Илдар Байбулатов