Бөгөн Өфөнөң Чесноковка биҫтәһендә уҡыусылар араһында икенсе тапҡыр «Хәүефһеҙлек мәктәбе-2018» тип аталған ярыштар үтте

Бәйгелә баш ҡаланың һәр районынан икешәр команда ҡатнашты. Уҡыусылар үҙ көстәрен тиҫтәгә яҡын этапта һынаны. Быйылғы сара Бөтә донъя граждандар оборонаһы көнө һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы системаһында хәүефһеҙлек мәҙәниәте йылына арналды. Ҡыҙыу ярыш барышын беҙҙең ижади төркөм күҙәтте.

Был ярыштар үҙенең көсөргәнешлеге менән олимпия уйындарынан бер ҙә кәм түгел. Һәр уҡыусы үҙенең командалағы иптәшен төрлөсә дәртләндерергә тырыша. Мәҫәлән, йәштәр янғын эстафетаһын иң ауыры тип иҫәпләй. Сөнки бында юғары күрһәткескә өлгәшеү өсөн ҡотҡарыу алымдары менән яҡшы эш итеү мөһим.

«Хәүефһеҙлек мәктәбе» тип аталған ярыштар быйыл икенсегә үтте. Был юлы үҙ көсөн һынап ҡарарға төрлө мәктәптәрҙән йөҙҙән ашыу уҡыусы йыйылды. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ярыштарҙың маҡсаты ябай, шул уҡ ваҡытта бик тә файҙалы. Сөнки бында балалар сәләмәт тормош алып барыу менән бер рәттән, хәүефһеҙлек талаптарына ла өйрәнә.

Ярыш регламентына ярашлы, командала ҡыҙҙар ҙа булырға тейеш.

Әммә бер кем дә улар өсөн талаптарҙы махсус рәүештә йомшартмаған. Хатта, бөгөнгө һауа торошо һынауҙарҙы тағы ла ҡатмарлаштырған.

Был көндө ярыштар манежда ғына үтмәне. Көндәр һалҡын тороуға ҡарамаҫтан, этаптарҙың бер өлөшөн асыҡ һауала уҙғарырға тура килде.

Уҡыусылар үҙ көсөн 8 этапта һынап ҡараны. Ҡаршылыҡтарҙы үтеү, усаҡ яғыу, беренсе ярҙам күрһәтеү һәм саңғыла уҙышыу кеүек ярыштар уҡларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ә инде иң яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүсе командаларҙы ойоштороусылар иҫтәлекле бүләктәр менән ҡыуандырҙы.

Авторы: Илдар Байбулатов