Республиканың төп телеканалында яңы фотоконкурс

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан коллегаларыбыҙ, «Сәләм» тапшырыуы хеҙмәткәрҙәре «Йоматау» шифаханаһына ете көнгә ике кешелек путевка уйната.

Бәйгелә ҡатнашып, бәхетте һынап ҡарар өсөн ни бары «Бәйләнештә» социаль селтәрендә «Сәләм» иртәнге шоу төркөмөнә яҙылып, диуарына ике фото ебәрергә кәрәк. Фотоконкурс талаптарына ярашлы, был фотоһүрәттәрҙә һеҙ бүләк алғанға тиклем һәм бүләк алғандан һуңғы тәьҫораттарығыҙҙы күрһәтергә тейешһегеҙ. Бәйгелә һәр кем үҙ көсөн һынап ҡарай ала. Ир-егеттәр гүзәл заттарҙы һөйөндөрһә, бигерәк тә, отошло буласаҡ. Шулай уҡ пост аҫтында ҡотлау һүҙҙәрен яҙырға ла онотмағыҙ. Беренсе урынға - шифаханаға путевка булһа, икенсе урын алыусы матурлыҡ салонына 5 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнәсәк. Әйткәндәй, бәйге 6 мартҡа тиклем генә бара. Еңеүселәрҙе байрам алдынан билдәләү ҡаралған. Фотоконкурсҡа йомғаҡты Башҡортостан юлдаш телевидениеһының көслө заттары яһай.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина