Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Иглин районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһенә бәйле оператив кәңәшмә үткәрҙе

М-5 трассаһындағы аварияла 9 кешенең ғүмере өҙөлдө. Осрашыуҙа Республика Хөкүмәте ағзалары, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм профилле министрлыҡ- ведомство етәкселәре ҡатнашты. Кәңәшмә авария ҡорбандары иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ менән башланды.

Фото №1 - Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Иглин районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһенә бәйле оператив кәңәшмә үткәрҙе

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ аварияла һәләк булыусыларҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. «Беҙҙең республиканың барлыҡ халҡы һәм шәхсән үҙем исеменән 27 февралдә Өфөнән Ҡатаутамаҡҡа китеп барыусы микроавтобуста һәләк булыусыларҙың ғаиләләренең тәрән ҡайғыһын уртаҡлашам. Ҡурҡыныс фажиғә тураһындағы хәбәр беҙҙең йөрәктәргә ауыр яра булып уйылды», тиелә Башҡортостан Башлығы телеграммаһында.

Авторы: Илдар Байбулатов

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ