Иглин районында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булыусыларҙың яҡындарына аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк

Был турала бөгөн Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Төбәк башлығы оператив кәңәшмәлә автомобиль юлдарында һәм федераль трассаларҙа контроль системаһын булдырыу, шул иҫәптән видеотеркәү сараларын ҡулланыу мәсьәләһен күтәрҙе. Ҡурҡыныс аварияла иҫән ҡалыусыларға медицина ярҙамы күрһәтелә. Бөгөн Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына Әшә дауаханаһынан пенсионер Елена Бородина күсерелде. Автобусты бәрҙергән йөк машинаһы водителенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Ҡотҡарыусылар фажиғәлә һәләк булыусыларҙың кәүҙәләрен тимер өйөмөнә әйләнгән автобус эсенән сығара. Өфөнән Ҡатау Тамаҡҡа юлланыусы 13 кешенең туғыҙы авария урынында һәләк булған. Уларҙың өсөһө Башҡортостандан, алтыһы Ҡатау-Тамаҡтыҡы. Кисә киске сәғәт алтынсы яртыла М5 трассаһының 1546 саҡырымында, Оло-Тәләк эргәһендә ҡырсынташ тейәлгән «MAN» автомобиле менән «Mercedes-Benz Sprinter» микроавтобусы ҡатнашлығында ҡот-осҡос авария теркәлде. Мәғлүмәттәр буйынса йөк машинаһының прицебы шыуып киткән һәм «Ман» ҡаршы һыҙатҡа сығып автобусты бәрҙергән.

Аварияла зыян күргән ике ҡатын Әшә ҡалаһының 1-се дауаханаһына килтерелә.Ҡатау-Тамаҡтан 31 йәшлек ханым хирургия бүлегендә ята. Табибтар пациенттарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләй.

Антон Бастрыков, Силәбе өлкә клиник дауаханаһының табиб-реаниматологы: «Пациенттың хәле бик ауыр ине, уға төнө буйы шокҡа ҡаршы терапия үткәрелде, таңға хәле тотороҡло ауыр хәлгә килтерелде. Әммә дауалауҙы дауам итеү өсөн үҙәк клиникаларҙың береһенә күсереү талап ителә».

Эҫемдә йәшәүсе 65 йәшлек Елена Бородинаны умыртҡа һөйәге һынған. Ул Өфөгә күсерелде. Аварияла иҫән ҡалыусы 22 йәшлек Никита Гагарин кисә өйөнә ҡайтты. Әммә бөгөн егет үҙен насар тойоп, уға ла медицина ярҙамы талап ителгән.

Никита Гагарин, аварияла зыян күреүсе: «Мин Ҡатау-Тамаҡҡа ҡыҙыма китеп бара инем. Фура юлда шыуып китте. Автобус туҡтап өлгөрмәне. Бәрелештеләр. Салондан үҙем сыҡтым. Тиҙ ярҙам медицинаһы хеҙмәткәрҙәре тәүге ярҙам күрһәтте. Шунан һуң ҡайтып киттем».

40 йәшлек йөк машинаһы водителе иҫән, мәғлүмәттәр буйынса уның сәләмәтлегенә зыян килмәгән. «Транспорт менән идара иткәндә юл ҡағиҙәһен боҙоу, ике һәм унан күберәк кешенең үлеменә килтереү» статьяһы буйынса уға ҡарата енәйәт эше асылған. Иҫбатланмаған мәғлүмәттәр буйынса авария мәлендә ул ҡарлы юлды телефонына видеоға төшөрөп барған. Ә башҡа хәбәрҙәр буйынса юл фажиғә алдынан ғына таҙартылған булған.

Пассажир ташыусы маршрут автобусы иһә Ҡатау-Тамаҡтан шәхси эшҡыуарҙыҡы. Уның автопаркында прокуратура һәм өлкә транспорты инспекцияһы булып документтарға тикшереү үткәргән. Асыҡланыуынса, микроавтобус 2015 йылда ғына сығарылған һәм ҡышҡы тәгәрмәстәре миҙгел алмашынғанда ғына һатып алынған булған.

Артем Карпов, Ҡатау-Тамаҡтың 1-се автопаркы предриятиеһы башҡарма директоры: «Автобус водителе тәжрибәле һәм йәштәргә өлгө булырҙай ине. Йөк машинаһы прицебы килеп бәрелгән булыуы уның был аварияла бөтөнләй ғәйепһеҙ икәнлеге тураһында һөйләй. Бөтә зыян күреүселәр ҙә «Ингострах» та страховкаланған. «Ингострах – Мәскәү» һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә 2 миллион 25 мең һум компенсация түләйәсәге тураһында белдерҙе».

Бөгөн Рөстәм Хәмитов Республика Хөкүмәтенә һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә һәм зыян күреүселәрәгә матди ярҙам күрһәтергә ҡушты. Төбәк башлығы шулай уҡ автомобиль юлдарында һәм федераль трассаларҙа контроль системаһын булдырыу, шул иҫәптән видеотеркәү сараларын ҡулланыу мәсьәләһен күтәрҙе. Бынан тыш, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә иғтибарҙы көсәйтеү кәрәклеге билдәләнде.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ аварияла һәләк булыусыларҙың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. «Беҙҙең республиканың барлыҡ халҡы һәм шәхсән үҙем исеменән 27 февралдә Өфөнән Ҡатау- Тамаҡҡа китеп барыусы микроавтобуста һәләк булыусыларҙың ғаиләләренең тәрән ҡайғыһын уртаҡлашам. Ҡурҡыныс фажиғә тураһындағы хәбәр беҙҙең йөрәктәргә ауыр яра булып уйылды», тиелә Башҡортостан Башлығы телеграммаһында.

Мәғлүмәттәр буйынса, көн дауамында суд-медицина экспертизаһы бюроһында кәүҙәләрҙе таныу процессы атҡарылған.

Юл фажиғәһе ҡорбандары иҫтәлегенә Ҡатау-Тамаҡта ике көнлөк матәм иғлан ителгән, дәүләт флагтары төшөрөлгән, күңел асыу саралары тыйылған. Мәрхүмдәрҙең ғаиләләренә матди ярҙам күрһәтелә.

Бөгөн йөк машинаһын һәм туғыҙ кеше өсөн тимер табутҡа әйләнгән микроавтобус ҡалдыҡтары тейәп алып кителгән. Фажиғә урынында сәскәләр һәм ҡан таптары ғына.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева