Башҡортостанда һайлауға әҙерлек финиш һыҙығына сыҡты

Әле республиканың ике типографияһында тауыш биреү бюллетендәрен баҫыу бара. Комплекслы эшкәртеү ҡоролмаларына иҫәпләнгәндәре Өфөнөң «Белая река» нәшриәтендә, һайлау йәшниктәре өсөн бланктар Благовар районында әҙерләнә. Барлығы 3 миллион 68 мең 66 бюллетень сығарыла, уларҙың 348 мең 900-е КОИБ-тар өсөн.

Был йәш егеттең эше тәү ҡарашҡа бик еңел, уйнап торған һымаҡ күренә. Уның ауырлығын станок артында тороп ҡараған кеше генә яҡшы белә. Бюллетендәрҙе ҡырҡыу барышын өҙөклөкһөҙ ҡарап, күҙәтеп торорға кәрәк. Ҡарашты бер секундҡа ситкә алырға ла ярамай. Бланкта етешһеҙлек бар икән комплекслы эшкәртеү ҡоролмаһы уны ҡабул итмәйәсәк, автоматты алдап булмай.

Бюллетендәрҙе баҫыу цехында ла эш тәүлек әйләнәһенә тиерлек бара. Хеҙмәткәрҙәргә яуаплы бурысты атҡарыу өсөн 2-3 сменала эшләргә тура килә. Уларҙың күҙ алдынан көн һайын километрҙарға һуҙылған ҡағыҙ таҫмалары үтә, тотонолған буяуҙар йөҙҙәрсә килограммдар менән иҫәпләнә. Һайлау бюллетене бар талаптарға ла яуап бирергә, һаҡлау элементтары тулыһынса ҡуйылған булырға тейеш.

Типографияла иң яуаплы һәм ҡатмарлы бурыстарҙың береһе бюллетендәрҙе район-ҡалалар буйынса бүлеп ҡаптарға төрөү. Һәр бер район өсөн тәғәйенләнгән заказ күләме ошо таблицала яҙылған, һайлау йәшниктәре һәм Коибтар өсөн айырым. Төргәктәрҙең тышына бюллетендәрҙең ниндәй телдә икәнен аңлатҡан яҙыуҙар йәбештерелә, һары төҫ рус, йәшеле башҡорт күге татар телендә икәнде күрһәтә.Ә бына әҙ генә етешһеҙлек булған бланктар юҡҡа сығарыла. Һайлау комиссиялары алдында.

Олег Лищенко, «Белая река» нәшриәте директоры: «Етешһеҙлек тип үк әйтеп булмай инде. Техниканың үҙ нескәлектәре, баҫыу машинаһы туҡтаған йәки тоҡандырған ваҡытта 3-4 бит материалда буяуҙар тигеҙ яғылмай, сиктәр боҙола. Улар юҡ ителә».

Бюллетендәр участкаларға һайлау алдынан оҙатыла һәм тауыш биреү көнө еткәнсе һаҡ аҫтында тотола. Ә ҡулланыуға сығарыр алдынан һайлау комиссияһы ағзаһының ҡултамғаһы һәм комиссияның мисәте ҡуйыла. Һаҡлау элементтарынң береһе генә үтәлмәһә лә бюллетень иҫәпкә алынмай.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова