Юлһыҙлыҡҡа нөктә ҡуйылды

Былтыр йәй Борай районында Яңы Мостафа, Силасау һәм Ҡаратамаҡ ауылдарына илткән юлдарға асфальт түшәлә башлай. «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бында төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Әйткәндәй, 2011 йылдан алып тап ошо программаға ярашлы, республикала йәмғеһе 62 юл участкаһын капиталь ремонтлауға бер миллиард ярым һум аҡса бүленгән. Был финанстар ярҙамында төпкөлдәргә юлдар һалынған.

Фото №1 - Юлһыҙлыҡҡа нөктә ҡуйылды

Борай районының Силасау ауылына илткән юл хәҙер тип-тигеҙ, асфальттан автоһәүәҫкәрҙәр елеп тигәндәй оса. Быға тиклем ҡырсынташ түшәлгән өс саҡрымлыҡ арауыҡ ниһайәт, төҙөкләндерелгән. Июндә башланған капиталь ремонт эштәре тамам, ауыл халҡының ҡыуанысы сикһеҙ.

Мәктәп уҡыусыларын ташыусы автобус водителе тәүгеләрҙән булып яңы асылған юлдан үтте. Артабан был участканың ныҡлығын башҡа автоһәүәҫкәрҙәр ҙә һынап ҡараны. Урындағы халыҡ башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнә. Тимәк, уларға итен-һөтөн район үҙәгенә һатырға йөрөтөү хәҙер күпкә еңелерәк. Яҙлы-көҙлө этләнеп юл ярыу хаҡында оноторға ҡала.

«Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә шулай уҡ Яңы Мостафа ауылына илткән юлға ла асфальт һалына. Тормош шарттарының яҡшырыуы киләсәктә бында йәшәүсе халыҡ иҫәбен арттырыр тип көтөлә. Әйткәндәй, урындағы хакимиәт етәкселеге билдәләүенсә, юл төҙөлөшө башланыу менән ер участкаларын алыуға ғариза биреүселәр артыуы күҙәтелә.

Былтыр Яңы Мостафа ауылында йәшәүселәр өсөн бигерәк тә уңышлы була. «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашып, берҙәм халыҡ урам араларына ҡырсынташ түшәтеүгә өлгәшә. «Уртаҡ проблемаларҙы бергәләп хәл итеү күпкә ҡәҙерлерәк тә»,-тип билдәләй ауылдаштар.

Ҡаратамаҡ ауылына илткән дүрт саҡрым юлда ла төҙөлөш эштәре былтыр йәй башлана. Капиталь ремонт өсөн федераль һәм республика бюджетынан яҡынса 90 миллион һум аҡса бүленә. Мәктәп автобусы водителе Бәйзәүи Хәбибуллин билдәләүенсә, асфальт юлдан балаларҙы күрше ауылға уҡырға йөрөтөү хәҙер күпкә хәүефһеҙерәк һәм уңайлыраҡ.

Борай районы «Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программала ҡатнашыусы иң әүҙем төбәктәрҙең береһе һанала. Асфальт юл башҡа ыңғай үҙгәрештәр лә сәбәпсе була.

Яңы юл яңы мөмкинлектәр аса. Ауыл халҡы внедорожниктар урынына хәҙер еңел автомобилдәр һатып ала башлаған. Быйылғы яҙ батҡан машина этеүҙәр менән түгел, ә асфальт юлды һынап ҡарау менән иҫтә ҡаласаҡ.

«Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программа сиктәрендә быйыл республикала тағы ла ошондай 9 юл төҙөкләндереләсәк. Шул иҫәптән Борай районында ун саҡрымдан ашыу арауыҡҡа асфальт һалынасаҡ. Үләй, Абзай һәм Дүсмән ауылдарында йәшәүселәр өсөн был, әлбиттә, көтөп алынған ваҡиға.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ