Ғалимдарҙың һуңғы асышы - ашҡаҙандың сей яраһын дауалауға тәғәйенләнгән препарат өсөн катализатор. Уның ярҙамында етештерелгән дарыу арзанға төшәсәк, тип ышана ғилми хеҙмәткәрҙәр.
Лабораторияла шулай уҡ эсәр һыуға сифатлы анализ яһала. Һыу составындағы 100-ләп компонент тикшерелә. Бөрө районындағы ятҡылыҡтарҙағы һыуға мониторинг сәләмәтлеккә шифалы шишмәләр барлығын асыҡларға ярҙам иткән. Ғалимдар керамика етештереүҙә нанотехнология уйлап тапҡан. Шулай уҡ автомобиль яғыулығы сифатын яҡшыртыу өсөн химик матдә - ацеталь сығарылған.





