Бөгөн Өфөнөң 93-сө гимназияһында «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең яңы ағзаларын ҡабул итеү тантанаһы үтте

Белем усағында был хәрәкәтте булдырыу теләге менән өлкән синыф уҡыусылары сығыш яһай. Был тәҡдимде ата-әсәләр ҙә, уҡытыусылар ҙа хуплап сыға. «Йәш армия» хәрәкәтенә тәүгеләрҙән булып ғаризаны бишенсе, алтынсы, етенсе синыф уҡыусылары бирә. Шунлыҡтан бөгөн улар значоктар тағып, беренселәрҙән «Йәш армия» хәрәкәте сафына баҫты. Әлеге ваҡытта гимназияла 1625 уҡыусы иҫәпләнә. Бөгөн уларҙың 167-һе хәрби-патриотик хәрәкәткә ҡушылһа, киләһе аҙнала тағы ла 200 илһөйәрҙе тантаналы шарттарҙа хәрәкәткә ҡабул итеү сараһы уҙарыла. «Йәш армия» ағзалары әйтеүенсә, улар был хәрәкәткә ҙур теләк һәм ҡыҙыҡһыныу менән ҡушылған.

Белем усағы етәкселеге лә уҡыусыларҙың был теләген хуплай. Сөнки хәрби-патриотик хәрәкәттәр балаларҙың физик әҙерлеген нығытыуҙан тыш, тыуған илгә һөйөү тойғоһон тәрбиәлеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.

Авторы: Фәниә Юланова