Өфөлә енәйәтселәр оло йәштәге кешене зыяратта бәйләп ҡалдырып киткәндәр

Ғафури районы кешеһе талау, кеше урлау һәм уны үлтереү ниәтендә ғәйепләнә.

Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы прокуратураһы хәбәр итеүенсә, ваҡиға үткән йылдың октябрь айында булған. Ғәйепләнеүсе енәйәттәштәре менән пенсионерҙы машина багажнигына һалып алып китә. Улар оло йәштәге ирҙән 30 миллион һум аҡса алырға ниәтләнә, ҡурҡытыр өсөн күкрәгенә, янбашы һәм башына пневматик пистолеттан ата.

“Төньяҡ зыярат”ҡа килеп еткәс, енәйәтселәр унан кеҫә телефонын һәм ун мең һум аҡсаһын тартып ала, аҙаҡ пенсионерҙы ҡәбер кәртәһенә бәйләйҙәр, машинаһына ут төртәләр.

Енәйәт эше Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы судына тапшырылған.