Башҡортостанда былтыр юғалған ҡатын табылды

Бижбүләк районының Ҡушйылға ауылынан Светлана Мөлдрәкованы эҙләү уңышлы тамамлана.

“Лиза Алерт. Башҡортостан” ирекмәндәре, ҡатын иҫән-һау тип белдерҙе. Светлананың ҡайҙа булыуын улар хәбәр итмәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 31 йәшлек ике бала әсәһе Светлана Мөлдрәкова үткән йылдың 15 ноябрендә өйөнән сығып китә. Ҡатын ҡыҙын Бөрө мәктәбенә алып барып ҡалдыра ла, эштәре буйынса Өфөгә йүнәлә һәм хәбәрһеҙ юғала.