Башҡортостанда ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тишереүҙәр үткәрәсәк

Киләһе ике көндә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан юлдарында күләмле тикшереүҙәр үткәрә. Профилактика сараһының төп маҡсаты - водителдәрҙе юл хәүефлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырыу һәм иҫерек килеш руль артына ултырыусыларға ҡаршы көрәш алып барыу.

Шулай уҡ тәртип һаҡсылары: “транспорт һәм йәйәүлеләр ағымы артабан да күбәйеүе көтөлә”,- тип белдерә.

Йәйәүлеләр күпләп йөрөгән урындар автополицияның ҡаты күҙәтеүе аҫтында буласаҡ.