Башҡортостанда дәүләт хеҙмәтенә ҡабул итеү талаптары йомшарҙы

Дәүләт хеҙмәтенә дәғүә итеүселәрҙең стаж талаптарын йомшартҡан ике закон 10 көндән үҙ көсөнә инәсәк.

Фото №1 - Башҡортостанда дәүләт хеҙмәтенә ҡабул итеү талаптары йомшарҙы

Үҙгәрештәр, Республика парламенты депутаттарының 22 февраль уҙған пленар ултырышында ҡабул ителде, 27 февраль закондарға Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы, 1 март улар рәсми рәүештә баҫтырылды. Яңы закондар 10 көндән эшләй башлаясаҡ, тип Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың матбуғат-хеҙмәте хәбәр итә

Яңы закондар киләһе үҙгәрештәрҙе индерә: дәүләт гражданлыҡ хеҙмәтенең юғары вазифалары өсөн –дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте йәки муниципаль хеҙмәт стажы, йә иһә һөнәр буйынса эш стажы 4 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш (быға тиклем ярашлыса 6 йыл һәм 7 йыл ине). Баш вазифалар өсөн – дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте йәки муниципаль хеҙмәт стажы, йә иһә һөнәр буйынса эш стажы 2 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш (быға тиклем ярашлыса 4 йыл һәм 5 йыл ине). Әйҙәүсе, өлкән һәм бәләкәй вазифалар өсөн – хеҙмәт стажына талаптар ҡуйылмай (элек алдынғы вазифа биләр өсөн 2-4 йыл хеҙмәт итергә кәрәк ине). Муниципаль хеҙмәткә лә шул уҡ үҙгәрештәр ҡағыла.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ