Әлеге минуттарҙа Өфөлә Волга буйы федераль округында урман ресурстарын файҙаланыуға арналған кәңәшмә бара

Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Урман хужалығы буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Иван Валентик ҡатнаша.

Кәңәшмәлә Михаил Бабич әйтеүенсә, урманға бәйле мәсьәләләр 2013 йылдан ныҡлы иғтибар үҙәгендә. Ҡарарҙар ҡабул ителә, ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелә. 2015 йылдан урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа урман ресурстары менән ҡулланыу мөмкинлектәре киңәйтелгән. Йәшел фондты иҫәпкә ҡуйыу тәртипкә һалынған, ә бына күҙәтеү менән бәйле проблемалар бар. Мәҫәлән, ағасты шәхси ихтыяж, хужалыҡта ҡулланыу өсөн алыусыларҙың тик бер өлөшө маҡсатҡа ярашлы файҙалана, ҡалғандары һатыуға сығара. Хәүефһеҙлеккә килгәндә, быйыл ҡар ҡатламы йоҡа, яҙ иртә киләсәк, шуға урман янғындарына әҙер булыу мотлаҡ.

Башҡортостанда урман биләмәләрҙең 40 процентын, йәғни, 6 миллион гектарға яҡынын биләй. Рөстәм Хәмитов Өфө авиация техник университеты базаһында округ урмандарында янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү үҙәге ойошторорға тәҡдим итте. Уны уҡыу йортоноң космик мәғлүмәт үҙәге базаһында асырға мөмкин, унда бөтә шарттар бар. Быйыл республикала урман янғындарын күҙәтеү эшен пилотһыҙ осоу аппараттары алып барасаҡ. 2017 йылдағы тәжрибә был алымдың һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған. Ә бына янғын һүндереү техникаһы һатыу алыу менән бәйле проблема бар.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова