Иглин районындағы юл фажиғәһе сәбәптәрен тикшереү һөҙөмтәләре буйынса енәйәт эше асылған

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, шишәмбе Иглин районындағы аварияла туғыҙ кеше һәләк булды, иҫән ҡалғандары дауаханала.

Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы осраҡ буйынса икенсе енәйәт эше асҡан. «Ман» йөк автомобиленең тағылмаһы шыуып китеп микроавтобусты бәрҙереүе юлдың тейешенсә таҙартылмауына бәйле булыуы ихтимал. Быға тиклем авария теркәлгән урында фажиғәғә тиклем генә юлдың таҙартылыуы тураһында хәбәр ителһә, йөк машинаһы водителе белдереүенсә, юл авариянан һуң ғына таҙартылып реагент һибелгән булған. Һәләкәттән һуң полиция водителгә ҡарата енәйәт эше асты һәм суд ҡарары менән ул ҡулға алынды.

Гөлнара Имаева, Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе өлкән ярҙамсыһы вазифаһын башҡарыусы: «Тәфтиш комитеты 27 февралдә Өфө-Силәбе трассаһының 1544-се саҡрымында теркәлгән юл фажиғәһе буйынса енәйәт эше асты. Йөк машинаһы прицебы боҙлауыҡ арҡаһында тайып китеүе ихтимал. Әле юлсыларҙан һәм башҡа хеҙмәттәрҙән һорау алыу бара».

Юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән дүрт кеше әле дауаханала ҡала. 65 йәшлек Елена Бородина санавиация ярҙамында Әшә дауаханаһынан Өфөгә 21-се ҡала-клиник дауаханаһына күсерелде. Табиптар уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшә.

Руслан Булатов, Өфөнөң 21-се ҡала клиник дауаханаһының анестезиология һәм реанимация бүлеге мөдире: «Пациент ауыр хәлдә. Ул күп һанлы йәрәхәттәр алған. Үпкәһенә яһалма тын алыу аппараты тоташтырылды. Уға ҡан һәм ҡан плазмаһы бирелә. Беҙҙең бүлектә сирлене дауалау өсөн медицина ҡорамалдары етә һәм тәжрибә лә бар».

Авторы: Рәмилә Исмәғилева