Район үҙәгендә ҡаяға үрмәләү күнекмәләре үткәреү өсөн махсус тренажер урынлаштырылды. Ул ике һыҙаттан тора. Бейеклеге 8 метр. Урындағы мәҙәниәт һарайынын спорт залында асылған түңәрәктә әле 30-лап үҫмер шөғөлләнә. Йылайыр Башҡортостандың иң ҙур райондарының береһе. Хозур тәбиғәтле төбәктә йылдан-йыл турист маршруттары ла арта. Тыуған яҡтың матурлығын күреү өсөн әлбиттә, ҡаяға үрмәләү тәжрибәһе лә булырға тейеш, тигән фекерҙә түңәрәктә шөғөлләнеүсе йәштәр.





