Башҡортостанда урман янғындарын күҙәтеү үҙәге барлыҡҡа киләсәк

Был турала бөгөн Республика башлығы Өфөлә, Волга буйы федераль округының урман ресурстарын файҙаланыу, һаҡлау, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Сарала Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Урман хужалығы буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Иван Валентик ҡатнашты.

Йыһан мәғлүмәттәрен ҡабул итеү һәм эшкәртеү үҙәген быуат яңылығы тип әйтергә мөмкин. Ул Өфө дәүләт авиация техник университетында урынлашҡан. Бында суперкомпьютер, яһалма юлдаштан хәбәрҙәр алыу өсөн ике ҡеүәтле комплекс бар. Республика башлығы үҙәк мөмкинлектәрен урман янғындарын күҙәтеүҙә ҡулланырға тәҡдим итте. Ул Башҡортостан өсөн генә түгел, Волга буйы федераль округының башҡа төбәктәре өсөн дә бик уңайлы буласаҡ.

Башҡортостан биләмәләренең 40 процентын, йәғни 6 гектарға яҡын майҙанды урмандар биләй. Шуға күрә лә республика өсөн был кәңәшмәлә күтәрелгән проблемалар бик көнүҙәк. Михаил Бабич әйтеүенсә, урманға бәйле мәсьәләләр 2013 йылдан ныҡлы иғтибар үҙәгендә. Ҡарарҙар ҡабул ителә, ҡануниәткә үҙгәрештәр индерелә. 2015 йылдан урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа урман ресурстары менән ҡулланыу мөмкинлектәре киңәйтелгән. Йәшел фондты иҫәпкә ҡуйыу тәртипкә һалынған, ә бына күҙәтеү менән бәйле проблемалар бар. Мәҫәлән, ағасты шәхси ихтыяж, хужалыҡта ҡулланыу өсөн алыусыларҙың тик бер өлөшө маҡсатҡа ярашлы файҙалана, ҡалғандары һатыуға сығара. Башҡортостандың ыңғай эш алымдары күп, шуға кәңәшмәлә тап Өфөлә үтә, тине Михаил Бабич.

Урман ресурстарын дөрөҫ ҡулланғанда йылына 100 миллиард һум тирәһе табыш алырға мөмкин, әле иһә эшкәртеүҙән һәм һалымдан ҡаҙнаға 10-15 миллиард тирәһе генә килем инә. Әле урманды яңыртыу, тергеҙеү эше лә аҡһай. Ҡуртымға алыусы эшҡыуарҙар үҙ кеҫәһенә генә ҡайғырта, киләсәк хаҡында уйламай.

Урман янғындарын иҫкәртеү, күҙәтеү эшен ойоштороу ҙа төп бурыстарҙың береһе. Төбәк диспетчер хеҙмәте эшләй, видеокүҙәтеү алып барыла, авиация патруле ойошторола. Әммә урман янғындарын һүндереү буйынса махсуслашҡан техника етешмәй. 2015 йылдан ошо маҡсатта федераль аҡса бүлеү туҡтатылды. Ә республикаға әле 120 техника берәмеге алырға кәрәк, талап ителгән аҡса күләме 200 миллион һумдан ашыу. Был ресурсты тулыһынса төбәк ҡаҙнаһынан бүлерлек мөмкинлек юҡ.

Әле урмандар ҡарға төрөнөп йоҡлай, йылы көндәр етеүгә оҙаҡ һымаҡ тойолһа ла быйыл ерҙең иртә асылыуы көтөлә, сөнки ҡар ҡатламы йоҡа. Был үҙ сиратында урман янғындарына әҙер булырға кәрәк тигәнгә ишара. Ерҙең ҡарҙан әрселеүе менән кеше тәбиғәт ҡосағына юллана. Быйылдан урмандарҙы пилотһыҙ осоу аппараттары күҙәтә башлай. Үткән йылдағы тәжрибә үҙен тулыһынса аҡлаған. Урмандарҙа 36 янғын осрағы теркәлгән, 110 гектарҙы ут ялмаған, матди юғалтыуҙар ҙа күп түгел.

Авторы: Рәмзиә Кәримова-Байбулатова