Бөгөн Леонид Рошаль һаулыҡ һаҡлау проблемалары буйынса Өфөлә кәңәшмә үткәрҙе

Милли медицина палатаһы президенты Башҡорт дәүләт медицина университетында Волга буйы федераль округы Координация советы ултырышында ҡатнашты. Милли медицина палатаһы 2010 йылда халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау системаһын камиллаштырыу маҡсатында ойошторолған.

Ойошма табиптарҙы уҡытыу, уларҙы аттестациялау һәм медицина ярҙамы сифатын контролдә тота. Милли медицина палатаһы етәксеһе осрашыуҙа Президент мөрәжәғәтендә һаулыҡ һаҡлауҙы 5 процентҡа тулайым эске продукт иҫәбенә финанслау һәм ауылдарҙа фельдшер-акушер пункттары, табип амбулаториялары төҙөү кәрәклеге хаҡында белдереүе күптән көтөлдө тип билдәләне.

Леонид Рошаль кәңәшмәнән һуң Республика Башлығы менән осрашты. Милли медицина палатаһы президенты Башҡортостандағы һаулыҡ һаҡлау системаһы эшмәкәрлеген юғары баһалауы тураһында белдерҙе.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева