Донъя яңылыҡтары - 02.03.2018

Урмандарҙы һатыу килешеүҙәре Рәсәй бюджетына 1 миллиард 300 миллион һум өҫтәлмә табыш алырға мөмкинлек биргән. Был турала илдең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары, Рәсәй урман хужалығы етәксеһе Иван Валентик белдерҙе. Уның фекеренсә, әлегә тиклем был механизм яҡшылап эшләмәгән. Әммә былтырҙан алып урман һатыу-һатып алыу килешеүҙәре әүҙемләшә төшкән һәм уларҙың байтаҡ өлөшө төбәк ҡаҙналарын тулыландырыуға йүнәлтелгән тип билдәләгән ведомство етәксеһе.

ХХХ

Һаҡ булығыҙ, ҡош киҙеүе! Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса федераль хеҙмәт ҡош киҙеүенең икенсе тулҡыны таралыуы тураһында иҫкәртә. Бөтә донъя хайуандар сәләмәтлеге ойошмаһы мәғлүмәте буйынса 2013 йылдан бирле ҡоштар араһында йоғошло инфекция төрҙәре арта. Вирус менән зарарланыу хәүефен кәметеү маҡсатында ведомство миҙгел киҙеүенә ҡаршы прививка эшләтергә, ҡошсолоҡ предприятиеларына, ҡош ҡураларына инеүҙән тыйылып торорға, сей йомортҡа ашамаҫҡа һәм ҡулдарҙы йышыраҡ йыуырға кәңәш итә.

ХХХ

Ҡушма штаттарҙың ситтән ҡорос һәм аллюминий индереүҙе сикләүе бөтә донъя сауҙа ойошмаһы ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙа. Был турала Еврокомиссия рәйесе Жан клод Юнкер белдерҙе. Дональд Трамптың пошлиналдарына Европа берлеге илдәре тиҙ арала ҡәтғи рәүештә яуап бирергә әҙер тип билдәләне Еврокомиссия рәйесе. Кесе йома Америка Ҡушма Штаттары илгә индерелгән ҡайһы бер металдарға 25 һәм 10 процентлыҡ сауҙа пошлинаһын түләтеү тураһындағы ҡарарҙы раҫланы. Аҡ йорт был аҙымын эске баҙарҙы яҡлау мәжбүрлеге менән аңлатты. Сит илдәрҙә был күренеште Вашингтондың сауҙа һуғышын иғлан итеүенә тиңләне.

ХХХ

Афғанстандың баш ҡалаһы Ҡабулда шартлау яңғыраны. Террор ғәмәле Австралия илселеге эргәһендә теркәлде. Дипмиссия хеҙмәткәрҙәре араһында зыян күреүселәр юҡ. Әммә бомба ярсыҡтарынан өс кешенең һәләк булыуы һәм ике тиҫтәнән ашыуы йәрәхәтләнеүе тураһында хәбәр ителә.

ХХХ

Ер йөҙөндәге иң боронғо татуировкаға 5 мең йыл. Уны боронғо Мысыр фирғәүендәре яһатыуы асыҡланды. Британия музейы хеҙмәткәрҙәре яңы технологиялар ярҙамында мумияларҙы тикшергәндән һуң шундай һығымта яһаған. Экспонат 100 йылдан ашыу инде музейҙа һаҡлана. Татуировка иһә ультра ҡыҙыл нурҙар ярҙамында тикшереү һөҙөмтәһендә асыҡланған.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин