Башҡортостан илдең «Электрон тыуым сертификаты» пилот проектында ҡатнашасаҡ

Был турала бөгөн Рәсәй социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе ойошторған төбәктең төрлө ведомстволары ҡатнашлығындағы Координация советы ултырышында билдәләнде.

Фото №1 - Башҡортостан илдең «Электрон тыуым сертификаты» пилот проектында ҡатнашасаҡ

Былтыр йәй эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙарын да электрон вариантта алыу мөмкинлеге булдырылғайны. Әлегә республика бүлексәһе компьютер технологияларының даими ҡулланылыуы буйынса юғары күрһәткестәр менән килә. Әйткәндәй, уҙған йыл төбәк фондының бюджеты 15 миллиард һум тәшкил итә, уларҙың өстән бер өлөшө ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ страховка түләүҙәрен ҡаплауға китә. Иң ҙур сумма әсәлекте һәм балалыҡты яҡлауға йүнәлтелә, ул алты миллиард һумдан ашҡан. Хеҙмәт урынында йәрәхәтләнгән граждандарға иһә быйыл 90 автомобиль тапшырыу ҡаралған. Фонд бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы йылдарҙа сәнәғәттә ауыр йәрәхәт алыусыларҙың кәмеүе лә күҙәтелә.

Авторы: Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ