Бөгөн иллегә яҡын бала теле һәм радио тапшырыу эшләү, текст яҙыу, камера алдында сығыш яһау серҙәренә төшөндө.
Йәмилә Миңлеғолова ҡулына тәүге тапҡыр микрофон алып, камера алдында сығыш яһай. Ҡурҡыу тойғоһо юҡ. Шиғыр, әкиәт, йырҙар күп ятлап теле шымарған. "Тамыр" телеканалы хеҙмәткәрҙәре ойошторған асыҡ ишектәр көнөндә ул үҙенең барлыҡ һәләттәрен күрһәтте. Баланың зирәклеге һәм артислыҡ оҫталығы юғары баһаланды.
Балалар һәм үҫмерҙәр бөгөн камера алдында интервью бирергә лә өйрәнде. Телеканал хәбәрселәренең һорауҙарына улар ышаныслы яуап ҡайтарырға тырышты. Ни тиһәң дә, асыҡ ишектәр көнө кастинг форматында үтте. Ҡатнашыусылар һаны иленнән ашыу булыуын иҫәпкә алғанда, бәйгенең көсөргәнешле булыуы көн кеүек асыҡ.
Асыҡ ишектәр көнөнә килеүсе балалар һәм үҫмерҙәргә биш-алты һөйләмдән торған текстар тапшырылды, уларҙы ятлап камера алдында сығыш яһарға кәрәк ине. Шулай уҡ балалар теле һәм радио- студияла эшләргә өйрәнде. Башта, әлбиттә, малай-ҡыҙҙарға грим һалдылар. Кастингтың был этабы, кескәйҙәр өсөн бигерәк тә ҡыҙыҡлы тойолдо. Биш йәшлек Нуретдин Әминев үҫкәс төҙөлөш өлкәһендә эшләргә хыяллана, шулай ҙа телевидениела ла үҙен һынап ҡарарға теләй
"Тамыр" телеканалында ойошторолған "Асыҡ ишектәр" көнө дүрт сәғәт дауам итте. Иң кесе ҡатнашыусыға ни бары ике йәш кенә ине. Улар телевидениеның тәжрибәле алып барыусылары һәм мөхәррирҙәре менән яҡындан аралашыу бәхетенә иреште. Әйткәндәй, кастингҡа килеүселәр сара аҙағында "Бирешмә" сериалының төп геройҙары менән дә яҡындан танышып, йәш йондоҙҙарҙан автографтар алды.





