«Башҡортостан ҡыҙы» журналы республика гүзәл заттарын данланы

Бөгөн Өфөнөң Конгресс-Холл бинаһында баҫманың ярты быуатлыҡ юбилейы уңайынан ҙур тамаша үтте. Сараға килеүсе халыҡты фойела ойошторолған бай һәм үҙенсәлекле күргәҙмә ҡаршы алды. Экспозицияла халҡыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн сағылдырған милли аш-һыу, аҫалы балаҫ, милли биҙәүестәр урын алғайны. 1968 йылдан нәшер ителгән "Башҡортостан ҡыҙы" журналы бөгөн гүзәл заттарҙың ғына түгел, тотош ғаилә баҫмаһы булараҡ ҡабул ителә. Баҫма биттәре аша ижад емештәре, ҡул эше серҙәре, төрлө өлкә белгестәре кәңәше менән танышырға мөмкин.

Авторы: Азат Ғәлиуллин

Фото №1 - «Башҡортостан ҡыҙы» журналы республика гүзәл заттарын данланы
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ