Бер нисә сәғәт элек М5 трассаһында микроавтобус менән йөк транспорты бәрелешеүе һөҙөмтәһендә 9 кешенең ғүмере өҙөлдө

Республиканың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, киске сәғәт алтынсылар яртылар тирәһендә МАН менән «Мерседес Спринтер» бәрелешә. Билдәле булыуынса, автобус Өфөнән Усть-Катавҡа китеп барғанда аварияға тарый. Уның салонында 12 пассажир ултырған.Әле фажиғә урынында хәбәрсебеҙ Айнур Кәбиров эшләй. Ул һуңғы яңылыҡтар менән таныштыра.

Фото №1 - Бер нисә сәғәт элек М5 трассаһында микроавтобус менән йөк транспорты бәрелешеүе һөҙөмтәһендә 9 кешенең ғүмере өҙөлдө

Иглин районындағы авария тураһында мәғлүмәт кисекмәҫтән Башҡортостан башлығына еткерелгән. Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенә. Юл һәм ашығыс хеҙәмттәргә һәләк булған пассажирҙарҙың туғандарына ярҙам итеүҙе ойоштороға ҡушҡан.

Авторы: Айнур Кәбиров

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ