Тәүлек буйына яуған ҡар һөҙөмтәһендә Өфө юлдарында ун баллы тығындар күҙәтелде

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, тәүлек дауамында баш ҡалала айлыҡ норманан 50 процентҡа күберәк ҡар яуған. Салауат Юлаев һәм Октябрь проспекттарында, Менделеев, Жуков, Галле ҡалаһы урамдарында автомобиль тығындары барлыҡҡа килде.Электрон видеокамералар уларҙың айырыуса иртәнге сәғәттәрҙә күп булыуын теркәгән. Руль артына ултырыусылар эш урындарына барып етеү өсөн бер-нисә сәғәт буйына тығындар кәмегәнен көтөргә мәжбүр булды.

Ҡыш буйына был тиклем күп ҡар яуғаны булманы. Күпләп епшек ҡар яуыуы һөҙөмтәһендә юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килде. Аҡтарылып уҡмашып ятҡан ҡар күп кенә юл-транспорт ваҡиғаларына сәбәпсе булды. Бөгөн күптәр эш урындарына һуңланы. Автоһәүәҫкәрҙәргә тиҙлекте арттырмай, сәғәтенә 20 саҡрым менән генә хәрәкәт итергә тура килде. Әммә бындай саралар ҙа юлдағы бәрелештәрҙе кәметмәне.

Күреүегеҙсә, ауыр тоннажлы йөк автомобиле тауға күтәрелә алмай, бер нисә минут эсендә уның артынан ҙур тығын барлыҡҡа килә. Иглин районында иһә янғын һүндереү машинаһы водителе транспорт менән идара итә алмайынса ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм ҡаршы юлдағы йөк машинаһы менән бәрелешә. Авария һөҙөмтәһендә трасса ваҡытлыса ябылып тора. Әлеге ваҡытта унда транспорт хәрәкәте асылған.

Руслан Әбдрәшитов, «Приуралье» федераль автомобиль юлдары идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Октябрьский ҡалаһы эргәһендә йөк автомобиле водителе руль артында йоҡлап китеп, ҡаршы юлдағы машинаға бәрелә. Һөҙөмтәлә ике транспорт сараһына ут тоҡана. Аварияла бер кеше вафат булған, икенсеһе ауыр тән йәрәхәттәре алған. Беҙ водителдәрҙе күпләп ҡар яуған мәлдәрҙә юлдарҙа айырыуса иғтибарлы булырға, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ».

Юлдарҙы тиҙ арала тәртипкә килтереү, тығындарҙы кәметеү һәм юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү маҡсатында башҡаланың коммуналь хеҙмәттәре иртәнге биштән көсәйтелгән режимда эшләй. Коммуналь хеҙмәттәр 8 мең кубометрҙан ашыу ҡарҙы махсус полигондарға сығарған.

Башҡортостан гидрометрология үҙәге белегестәре һауа торошо боҙоласағын бер аҙна алдан иҫкәртеп килде. Әммә мәғлүмәт бирелеүгә ҡарамай, күп водителдәр оҙон юлға ынтылды. Әйткәндәй, синоптиктар алдағы көндәрҙә һауа температураһының түбәнәйеүен фаразлай.

Нисек кенә булмаһын, беҙ үҙ тормошобоҙҙо тәбиғәт шарттарына һәм һауа торошона ҡарап планлаштырырға тейешбеҙ. Шулай иткәндә, юлдарҙа хәүеф-хәтәр ҙә әҙерәк теркәлер ине.

Уҡмашып яуған епшек ҡар бала-сағаны ғына ҡыуандырғандыр. Ҡаланыҡылар өсөн ҡыш аҙағында яуған ҡар артыҡ мәшәҡәттәр тыуҙырһа ла, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә ул ергә төшкән алтын тамсы кимәлендә.

Авторы: Гүзәлиә Борханова