Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың урта һәм бәләкәй предприятиеларына экспортҡа сығыу бурысын ҡуйҙы

Был турала Республика башлығы бөгөн Өфөлә асылған Рәсәй сәнәғәт форумында белдерҙе. Абруйлы сара машиналар, станоктар эшләү, ағас эшкәртеү, Өфөнөң инновация ҡеүәте йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Форумда Рәсәй һәм Себер фәндәр академияһы ғалимдары, Рәсәйҙең18 төбәгенән һәм 8 сит илдән ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнаша. Өс көн эсендә түңәрәк өҫтәлдәр, тематик секциялар эшләйәсәк.

Сәнәғәт иҡтисадтың нигеҙе. Үткән йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан ойошмаларының әйләнеше 3 триллион, 160 миллиард һумдан ашыу. Уның төп өлөшө сәнәғәт етештереүенә тура килә. Артабан инде эшкәртеү предприятиелары килә. Әҙер продукцияны оҙатыуҙы алғанда тауарҙың 3/2 өлөшө нефть химияһы, нефть эшкәртеү, химия тармағына тура килә. Ә сәнәғәттең башҡа тармаҡтары ҡалған бушлыҡты ғына тулыландыра. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары уңышлы эшләй. Ә бына урта һәм бәләкәй бизнес аҡһай.

Сит илдәрҙә көслө предприятиелар янына меңдәрсә ваҡ ойошмалар һыйынған. Ә беҙҙә монополистар эргәләренә яҡын ебәрмәйҙәр. Был үҙ сиратында бизнесҡа ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, мәҫәлән оборона предприятиеларына заказ биреү өсөн әллә күпме кәртәне үтеп сығырға кәрәк. Тағы бер йүнәлеш - урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡа бирелгән ташламалар менән сауҙа, хеҙмәтләндереү өлкәһе генә ҡуллана, ә сәнәғәт предприятиелары ситтә ҡала.Инвесторҙарға килгәндә республикала уңайлы шарттар тыуҙырылған, һалымға ташлама, инфраструктура, йәғни электр, газ селтәрҙәре үткәреүҙә ярҙам күрһәтеү. Ер буйынса документтар ике ай ярымда ҡарала. Был эшмәкәрлек үҙ һөҙөмтәһен бирергә тейеш.

Тағы яңы етештереү линиялары, әле эпоксид ыҫмала кеүек ябай материалдар ҙа ситтән индерелә. Сәнәғәттә киң ҡулланылған ярҙамсыл продукцияны үҙебеҙҙә етештереү мотлаҡ. Форум тап ошондай проблемаларҙы хәл итеү юлдарын барлай. Ҡатнашыусылар фекеренсә, Сочи, Санкт-Петербургтағы саралар күберәк дөйөм мәсьәләләрҙе тикшереүгә, фекер алышыуға ҡайтып ҡала, ә бында аныҡ проекттар, көнүҙәк һорауҙар күтәрергә мөмкин.

Свен Флассхофф, немец машина эшләүселәре союзының генераль директоры: «Башҡортостан - сәнәғәт өлкәһе ныҡлы үҫешкән төбәк, беҙ бөтә тармаҡтарҙа ла хеҙмәттәшлек итергә әҙер. Юл буйында завод-предприятиелар күплегенә хайран ҡалдым. Санкциялар индерелә, әммә сикләү индерелмәгән йүнәлештәр ҙә бар. Өфөлә үткән форум бик мөһим, төбәктәрҙә үткән саралар күберәк эшлекле шарттарҙа үтә».

Ма Цзун, Наньчан ҡалаһы мэры урынбаҫары: «Беҙ күргәҙмәне ҡарап сыҡтыҡ, бер нисә предприятиеның продукцияһы оҡшаны, айырыуса медицина ҡорамалдары буйынса. Хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә ҡул ҡуйырға уйлайбыҙ».

Форум өс көн дауам итә. Уның сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыу ҙа ҡаралған. Бөтә донъяға билдәле Касперский лабораторияһы сәнәғәт обьекттарында киберхәүефһеҙлек буйынса сара ойоштора. Иң мөһиме Рәсәй сәнәғәтселәр форумы яңы хеҙмәттәшлек килешеүҙәренә нигеҙ һалырға тейеш.

Ил иҡтисадына инвесторҙар бизнес ҡына түгел, ябай халыҡ та. Сөнки теге йәки был продукцияға һорау артһын өсөн ихтыяж булырға тейеш. Йәмәғәтселектең тормош сифаты юғары, йәғни хеҙмәт хаҡы лайыҡлы икән уның һатып алыу мөмкинлеге лә күтәреләсәк. Ә был үҙ сиратында төпрлө тамарҡтарҙа етештереү ҡеүәттәренең артыуына йоғонто яһай.

Авторы: Рәмзиә Кәримова