Рәсәй Президентын һайлау көнөндә Башҡортостанда 10 мең 300 күҙәтеүсе эшләйәсәк

Был турала бөгөн Республика Йәмәғәт палатаһының киңәйтелгән ултырышында әйтелде. Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикалағы 3 мең 435 һайлау участкаһының һәр береһендә кәмендә 3 йәмәғәт күҙәтеүсеһе эшләйәсәк. Уларҙан тыш, кандидатын күрһәткән һәр партия, һайлауға үҙаллы сыҡҡандарҙың да күҙәтеүселәре буласаҡ. 18 март - Һайлау көнөндә ситтә командировкала йәки дауахана-шифаханаларҙа булғандар әленән үк күп функциялы үҙәк аша башҡа ерҙә һайлаясағы тураһында ғариза бирә ала.