Өфөлә торлаҡ менән идара итеүҙә иң күп ҡағиҙә боҙоу осҡраҡтары Совет районына тура килә

Ошо хаҡта бөгөн Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында билдәләнде.

Фото №1 - Өфөлә торлаҡ менән идара итеүҙә иң күп ҡағиҙә боҙоу осҡраҡтары Совет районына тура килә

Республикала 19 меңдән ашыу күп ҡатлы йорт иҫәпләнә. Былтыр торлаҡ менән идара итеүҙә 36 мең ҡағиҙә боҙоу теркәлгән. Был 2016 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡыр күберәк. Бигерәк тә улар Совет, Орджоникидзе һәм Калинин райондарына тура килә. Совет районында ғына 6 меңдән ашыу осраҡ теркәлгән. Халыҡтан ялыуҙарҙың күбеһе торлаҡ фонды менән идара итеүгә, идарасы компаниялар эшмәкәрлегенә, коммуналь түләүҙәргә ҡағыла. Шулай уҡ идарасы компанияларҙың йылылыҡ буйынса иҫәпләү ҡоролмалары сафтан сығыуы һәм ҡулланыу ваҡыты үткән осраҡта халыҡтан түләүҙәр талап итеүе лә йәмәғәттә резонанс тыуҙырҙы. 2015-2016 йылдарҙа капиталь төҙөкләндереү өсөн йыйылған аҡсаның үҙ маҡсатында файҙаланылмауын тикшереү һөҙөмтәһендә 53 миллион һум кире ҡайтарылған.

Коллегияла был өлкә ҡануниәтендәге үҙгәрештәр тураһында ла билдәләп үтелде. Атап әйткәндә ул тәьмин итеүсе ойошмалар менән тура килешеү төҙөү, күп ҡатлы йорттарҙа ойошторолған йыйылышта алдан һайлап ҡуйған кешенең тауыш бирә алыуы тураһында. Уңайлы «Ҡала мөхите» проектын тормошҡа ашырыу, алдағы йылда халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу йүнәлешендә эш алып барыу бурыстары билдәләнде. Былтыр төбәктәрҙә урындағы башланғыстарҙы яҡлау проекты буйынса 161 миллион һумға 75 объект төҙөкләндерелгән. Быйыл йөҙҙән ашыу объектты ремонтлау күҙаллана.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева

Волна
Акции БСТ