Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Былтыр көҙ Благовещен ҡалаһында сыҡҡан янғын һөҙөмтәһендә Петровтар ғаиләһе инвалид бала менән урамда тороп ҡала. Күҙ асып йомған арала улар йәшәгән фатир көл-күмергә әйләнә. Был турала беҙҙең каналда сюжет эфирға сыҡҡандан һуң мәрхәмәтле кешеләр ҡаза күреүселәргә бар яҡлап та ярҙам күрһәтә. Йыйылған аҡса иҫәбенә Петровтар зыян күргән фатирҙы тулыһынса ремонтлай. Хәҙер был өйҙә ҡасандыр янғын булыуын бер аҙ һөрөм еҫе генә хәтерләтә.

Фото №1 - Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Алтынсы ҡаттағы фатирҙарҙың береһендә янғын сығыуын шаһиттар кеҫә телефонына төшөргән. Был ваҡытта хужалар ялҡын телдәре менән үҙ аллы көрәшергә маташа. Улар әйтеүенсә, электр утынан сыҡҡан янғын тиҙ арала аҫылмалы түшәмде ялмап ала. Бер нисә минуттан башҡа бүлмәләргә лә тарала.

Данил Абросимов, зыян күреүсе: «Минең ҡәйнәм ҡуйы төнөн эсенән яңы ғына тыуған баламды һәм ун йәшлек улын ҡотҡара. Әммә барыһы ла һөрөм менән ағыуланып өлгөрә. Әле уларҙың дауаханала үпкәләре таҙартыла».

Янғындан бер нисә ай алда ғына беҙҙең каналда 10 йәшлек Гераның ярҙамға мохтаж булыуы тураһында сюжет эфирға сыҡҡайны. Ул ваҡытта мәрхәмәтле кешеләр церебраль фалиж менән яфаланыусы балаға ике миллион һумдан ашыу аҡса йыйҙы. Әммә бәлә яңғыҙ йөрөмәй икәнен Петровтар үҙ иңендә татыны. Был юлы ла республикала йәшәүсе изге күңелле кешеләр уларҙы япа-яңғыҙ ҡалдырманы.

Лариса Петрова, зыян күреүсе: «Ауыр саҡта беҙ изге күңелле кешеләрҙең иғтибарын тойоп йәшәнек. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша беҙҙең проблема киң яҡтыртылды. Шуға ла төрлө фондтар һәм бик күп кешеләр ярҙам ҡулы һуҙҙы. Уларҙың барыһы ла ҙур рәхмәт белдерәм».

Йыйылған аҡсаға зыян күреүсе ғаилә фатирҙарын тулыһынса ремонтлаған. Шулай уҡ бер аҙ йорт йыһаздары ла һатып алған. Яҙмыш ҡушыуы буйынса тормошто тулыһынса яңынан башларға тура килде. Әммә үкенерлек түгел, иң мөһиме, барыбыҙ ҙа иҫән-һау, тип ҡыуана Петровтар.

10 йәшлек Гера янғындан һуң йәнә өйҙә белем ала башлаған. Яратҡан уҡытыусыһы Лилиә Рим ҡыҙы Маликова дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы итеү өсөн бар көсөн һала. Малай бигерәк тә хайуандар донъяһын һәм әкиәттәрҙе йотлоғоп тыңлай. Әйткәндәй, үлемдән саҡ ҡотолған Гераның һаулығында алға китеш күҙәтелә. Быға бигерәк тә малайҙың әүҙем тормош алып барыуы ҙур йоғонто яһай.

Авторы: Илдар Байбулатов

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ