Башҡортостан нефтехимияһы, ауыл һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары өлкәләрендә конкурентлыҡҡа һәләтлелек өҫтәләсәк

Яҡын киләсәктә республика предприятиелары халыҡ-ара алдынғы компанияларҙың уникаль тәжрибәләре менән файҙалана аласаҡ.

Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәйҙең технологик үҫеш буйынса агентлыҡ етәксеһенең беренсе урынбаҫары Владимир Куликов араһында үткән осрашыуҙа һүҙ барҙы. Белгес билдәләүенсә, республиканың үҫеш өсөн ҙур мөмкинлеккә эйә булған йүнәлештәре күп. Шуға ла эксперттар алдында тупланған бай тәжрибәләрен ҡайҙа ҡулланырға тигән һорау тыумаясаҡ.

Авторы: Илдар Байбулатов