Бәндәбикә иҫтәлегенә автосәйәхәт

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте республикабыҙҙың ауыл-ҡалалары буйлап сәфәргә әҙерләнә.

Уның маҡсаты ҡатын-ҡыҙҙың йәмғиәттәге абруйын күтәреү. Автосәйәхәт барышында ауыр тормош хәлендә ҡалған гүзәл зат вәкилдәре һәм уларҙың ғаиләләренә социаль-психологик ярҙам ойоштороу ҡарала. Бынан тыш 5 мартта йәмәғәт ойошмаһы "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" тигән конкурсҡа йомғаҡ яһарға әҙерләнә. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләү профсоюздар йортонда үтәсәк. онкурстың маҡсаты милләтте тәрбиәләүсе, уның киләсәген тәьмин итеүсе әсәләрҙең тынғыһыҙ эшмәкәрлеген баһалау. Көсөн һынап ҡарарға теләүселәрҙең күп булыуын иҫәпкә алып, быйыл еңеүселәр төрлө номинацияларҙа билдәләнәсәк.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берлеге бөгөн шулай уҡ Силәбе өлкәһе китапханалары өсөн башҡорт телендә донъя күргән китаптарҙы йыйыуҙы ойоштороу тураһында иғлан итте. Нәфис әҙәбиәт, фәнни-популяр китаптар хатта дәреслектәр ҙә ҡабул ителә. Китаптарҙы йәмәғәт ойошмаһының "Халыҡтар дуҫлығы" йортонда урынлашҡан офисына 1 апрелгә тиклем килтерергә мөмкин.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин