Өфө ҡалаһынан “Mersedes” водителе үлемесле авария ғәйепсеһе. Ике ир менән бала һәләк булған.

Авария үткән йәкшәмбе, 4 март, Һамар өлкәһенең М-5 “Урал” юлының 1098 саҡрымында була.

38 йәшлек Өфө водителе юл хәүефлеге ҡағиҙәһен боҙоп “Volvo” менән төкөлә. Бәрелеүҙән һуң тағы ВАЗ 21140 машинаһы төкөлә.

Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә “Мерседес”, ВАЗ 21140 водителдәре һәм ВАЗда ултырған 13 йәшлек ҡыҙ урында йән бирә.

«Вольво» водителе һәм ВАЗ-2114 пассажиры дауаханаға оҙатылған. Инспекторҙар һәм тәфтишселәр үлемесле аварияның сәбәптәрен асыҡлай.