Аҙна яңылыҡтары. Ҡурай хәҙер беҙҙеке генә

Быға тиклем дә беҙҙеке генә ине, ләкин сикһеҙ моң сығанағына дәғүә белдереүселәр ҙә бар ине. Йәнәһе лә, беҙҙә лә бар шундай уҡ музыка ҡоралдары. Барҙыр ҙа ул, әммә бит ҡурай ул башҡорт өсөн музыка ҡоралы ғына түгел. Йәне, үткәне, киләсәге ул башҡорттоң. Хәҙер рәсми рәүештә. Был аҙнала Ҡурай Башҡортостандың ғына бренды тигән документ алынды. Нимә бирә патентлы булыу һәм нисек ҡабул итте был яңылыҡты ҡурайҙар иле?

Урал тауҙары итәгендә үҫкән ҡурай, айырыуса, моңло яңғырай. Был күренешкә беҙҙең ижади төркөм Ирәмәлдә ҡышҡы сәйәхәттә булып, үҙе инанды. Быйыл унда ҡурай күпләп үҫкән, юғарыға күтәрелгән һайын эсе һәм тышы шыма, бүлкәттәре булмаған тәбиғи үҫемлекте йыш осратырға мөмкин. Бер ҡурай, ә үҙендә күпме моң?!

Халҡыбыҙҙың был музыка ҡоралы кемдәрҙең генә күңелен арбамаған да, кемдәрҙекен әсир итмәгән? Быуындырҙан-быуындарға күсә килгән ҡурай етештереүселәр тырышлығы менән үҙенең үҙенсәлекле яңғырашы, серлелеге менән таң ҡалдыра. Шуларҙың береһе Күгәрсен районында йәшәүсе эшҡыуар Рәмил Хөснуллин. Оҫта билдәләүенсә, ҡурай ни тиклем йоҡа, уның тауышы ла шул тиклем сағыуыраҡ, шәберәк сыға. Атап әйткәндә, ҡурайҙың эске ҡатын ул йәймә һымаҡ түгел, ә таҫманы спираль итеп урау рәүешендә эшләй башлай. Был асышын Рәмил Хөснуллин Рәсәй патент бюроһында теркәй.

Ләкин быға тиклем Ҡурайҙың үҙе бер нисек тә рәсмиләштетрелмәгәйне. Тап шуғалыр ҙа башҡа милләттәр ҡурайҙы үҙҙәренеке тип һанарға баҙнат итә ине. Ниһайәт, быйылғы яҙҙың тәүге көнөндә музыка ҡоралыбыҙ, ҡурай, беҙҙеке, башҡорттарҙыҡы, тигән законлы таныҡлыҡ алды.

Ҡурайҙың башҡорт ерендә килеп сыҡҡанын раҫлаған документ төрлө имеш-мимештәрҙәрҙән араларға булышлыҡ итә, ти белгестәр.

Әммә Башҡортостан ҡурайсылары, республика бренды тигән документ алыу, башҡаларға ҡурайҙа уйнарға сик, ниндәйҙер кәртә ҡуйыуҙы аңлатмай, тигән фекерҙә. Яҡын киләсәктә баш ҡалабыҙ Өфөлә «Ҡурайсылар» үҙәге булдырырға тигән маҡсат менән яна улар. Был үҙәк донъяның төрлө нөктәләрендә йәшәүсе ҡурайсыларҙы бер

майҙанға туплап, ҡурайҙың данлы төбәктә барлыҡҡа килеүен күрһәтеү теләге лә.

Ә әлеге ваҡытта халҡыбыҙҙың милли ҡоралы ярҙамында сыҡҡан сихри моңдо үҙебеҙҙең яҡташтар сит ил тамашасыһына еткерә. Башҡортостандың атҡаҙаған артисы Азат Биксурин бөгөн Варшава ҡалаһының ҙур театрында 200-ләгән музыкант араһында ҡурай менән сығыш яһай.

Хәҙер ҡурай абруйын башҡа милләттәр араһында ла арттырыу фарыз, ти Илнур Хәйруллин. Юҡһа, кибет кәштәләрендә «Ҡурай» тип яҙылған араҡы, колбасалар күренә башланы.

Ысынлап та, заман талаптарына килгәндә, патент алыу кәрәк ине. Киләсәктә данлы, хәҙер инде законлы ҡурай үҫешер, тамашасыны тағы ла һоҡландырыр, тип ышанырға ҡала.

Авторы: Фәниә Юланова