Донъя яңылыҡтары - 04.03.2018

Беренсе марттан «капитал амнистияһы» ла оҙайтылды. Киләһе йылдың беренсе февраленә тиклем сит илдәрҙә банк иҫәптәре һәм күсемһеҙ милеге булғандар бер ниндәй эҙәрлекләүһеҙ уны Рәсәйҙә теркәй ала. Мартта тамамланасаҡ баҡса йорто амнистияһы ла 2020 йылға тиклем кисектерелде. Йәғни, тағы өс йыл ер участкаларын кадастр паспортһыҙ теркәп йортто ла рөхсәтһеҙ төҙөү мөмкин.

ХХХ

Йома Башҡортостанға бөтә донъяға билдәле балалар табибы Леонид Рошаль килде. Милли медицина палатаһы президенты Башҡорт дәүләт медицина университетында Волга буйы федераль округы Координация советы ултырышында ҡатнашты.

ХХХ

Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты сысҡан биҙгәген асыҡлаусы экспресс-тест уйлап сығарған. Быға тиклем геморрагик биҙгәкте билдәләү өсөн ике аҙна тирәһе ваҡыт китә ине, ә хәҙер сирҙе күп тигәндә ун биш минут эсендә генә асыҡларға мөмкин. Был иһә ауырыуҙың киҫкенләшеүен, үлемесле тамамланыу осраҡтарын кәметәсәк, ти белгестәр.

ХХХ

Башҡортостанда диспансеризация ике йыл һайын үткәреләсәк. Хеҙмәт йәшендәге халыҡтың сәләмәтлеген тикшереү элек өс йылға бер үткәрелһә, артабан ул йышыраҡ ойошторола. Был турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса дәүләт комитетының эксперт советы ултырышында билдәләнде.

ХХХ

Рәсәй ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр берлеге һәр район үҙәгендә ит, һөт ризыҡтары, йәшелсә, емеш етештереүселәрҙе берләштереүсе үҙәк ойошторорға тәҡдим итә. Агропаркта сауҙа урындары, эшкәртеү һәм ҡаптарға тултырыу линиялары, тәҡдим ителгән тауарҙы тикшереү һәм тейешле рөхсәт ҡағыҙҙарын юллау белгестәре булыуы мотлаҡ.

ХХХ

«Салауат Юлаев» клубы үҙ боҙонда Ҡазандың «Аҡ Барсы» менән осрашып, юбилей миҙгеленең этабын «йәшел дерби» менән тамамланы. Уйын 4 кә 2 иҫәбе меенән тамамланды. Шулай итеп Плей-оффтың тәүге турында яҡташтарыбыҙ Омскийҙың «Авангарды» менән уйнаясаҡ. Беренсе осрашыу 4-се мартта «Өфө-Арена»ла үтә.

Авторы: Азат Ғәлиуллин