Бөгөн Башҡортостан биләмәләрендә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар, көньяҡта епшек ҡар яуып ағастарға һәм тимер сымдарына һырыуы көтөлә.
Юлдарҙа ҡар һырынтылары, еңелсә боҙлауыҡ. Һауа температураһының республикала көндөҙ 2-4 градус һалҡындан +1 градусҡа тиклем йылы,
Өфөлә 0-2 градус һалҡын булыуы күҙаллана.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре водителдәрҙе иғтибарлы булырға, мөмкинлек булғанда оҙон юлға сыҡмаҫҡа һорай.





