8 март байрамдарынан һуң спиртлы эсемлектәр һатыуға бәйле үҙгәрештәр көтөлә. Яңы ҡағиҙәләр йәмәғәт туҡландырыу урындарына ҡағыла.
Хәҙер йәмәғәт туҡландырыу урындарында спиртлы эсемлектәр һатыу өсөн лицензияны Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты бирә. Бынан тыш, ведомство, алкоголь продукцияһын һатыу һәм уларҙы һаҡлау шарты буйынса мәғлүмәтте федераль үҙәккә тапшырасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йыл республика биләмәһендә «Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыу бөтөнләй тыйылды.





