Бөгөн Өфө районында 180 килограмдан ашыу балыҡ юҡ ителде

Улар республика йылға-күлдәрендә тотолған.

Фото №1 - Бөгөн Өфө районында 180 килограмдан ашыу балыҡ юҡ ителде

Бер ниндәй документтары булмаған был балыҡтар уҙған аҙнала баш ҡалала ойошторолған рейд барышында асыҡланған.

Документтары булмаған йылға-күлдәр байлығы уҙған аҙнала баш ҡала урамдарында ойошторолған рейд барышында асыҡланған. Өфө районындағы махсус полигонға оҙатыр алдынан инспекторҙар ҡулға алынған продукцияны химик шыйыҡса менән эшкәртте. Һуңынан «УАЗ»-ика тейәп Волков ауылындағы мал зыяратына алып барҙы.

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, балыҡ менән ғәҙҙәттә, браконьерҙар үҙҙәре сауҙа итмәй. Башлыса, был эшкә улар икенсе кешеләрҙе йәки алыпһатарҙарҙы йәлеп итә. Шуға ҡарамаҫтан, рөхсәт ҡағыҙҙары булмаған һатыусыларға 500 һумдан 1 меңгә тиклем штраф ҡаралған. Әгәр ҙә инде юридик шәхестәрҙең законһыҙ эшмәкәрлек алып барыуы асыҡланһа, штраф күләме 3 меңдән 5 мең һумға тиклем барып етә.

Авторы: Илдар Байбулатов

Фото №2 - Бөгөн Өфө районында 180 килограмдан ашыу балыҡ юҡ ителде
Фото №3 - Бөгөн Өфө районында 180 килограмдан ашыу балыҡ юҡ ителде
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ