Фажиғә 1 март Өфө ҡалаһының Үҙәк урамында теркәлә. Енәйәтсе ҡулға алынған.
Тәфтиш комитеты хәбәр итеүенсә, 1 март кис 57 йәшлек ҡатын үҙе менән бергә йәшәүсе 40 йәшлек ир менән күңел-сафа ҡора. Мәжлес ваҡытында иҫеректәр араһында талаш сыға, ир бысаҡ тотоп ҡатындың түшенә өс тапҡыр сәнсә.
Ғәйепләнеүсегә ҡарата “үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.





