Өфөлә Греция тундарына арест һалынды

Таможня хеҙмәткәрҙәре Өфөләге сауҙа үҙәктәренең береһен тикшергәндән һуң, идентификация номеры менән билдәләнмәгән тундар партияһын тапҡан.

Тундар Грециянан дәүләт пошлинаһы түләмәйенсә килтергән. Һатыуҙан алынған 34 тундың дөйөм хаҡы 4,5 миллион һум.

Таможня хеҙмәткәрҙәре законһыҙ йәки тыйылған әйберҙәр һаҡлау хаҡында мәғлүмәт белгән кешеләрҙе (347) 275-66-33 телефоны буйынса хәбәр итеүҙе һорай.