Башҡортостанда үҙенең тыуған көнөндә 17 йәшлек ҡыҙ юғалған

Бөрйән районыны Ғәлиәкбәр ауылынан 17 йәшлек Айгөл Ишморатова хәбәрһеҙ юғалған. Ҡыҙ, 22 февралдә - тыуған көнөндә өйөнән сығып киткән. Туғандары әйтеүенсә, Айгөл Өфөлә, Стәрлетамаҡта, йә иһә Баймаҡ районында булыуы ихтимал.

Ҡыҙҙың ҡылыҡһырламаһы: төҫкә 16-17 йәштәргә күренә, буйы 170 сантиметр, мыҡты кәүҙәле, бите оҙонса түңәрәк, сәсе тура, ҡара. Юғалған көндө Айгөл сөм күк төҫтәге куртка, ҡара салбар, алһыу кроссовки кейгән булған.

Ҡыҙҙы күреүсе, белеүселәр булһа, (34755) 3-63-19, (34755) 3-63-74, 8-927-088-80-24 йәки 02 телефон һандары буйынса хәбәр итеү һорала.