Республика халыҡ ижады үҙәге Ғаилә йылына бағышлап тасуири шиғыр уҡыу конкурсын уҙғарҙы.
Башҡортостандың төрлө райондарынан 15 йәштән 35 йәшкә тиклем 90 кеше ҡатнашты.
Конкурс III турҙан торҙо. Еңеүселәр диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.





