Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы үткән көнгә һығымта яһаны
4 мартта республикала 10 янғын сыҡҡан: Стәрлетамаҡ ҡалаһында күп фатирлы йорт, Ғафури районының Красноусол ауылында һарай, Шишмә районының Сәлих ауылында мунса менән өй, Иглин районының Алаторка ауылында мунса, Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында һарай, Өфө ҡалаһының Калинин районында ағас йорт, Дәүләкән ҡалаһында мунса, Шаран районының Таң ауылында өй, Өфө ҡалаһының Дим районында Опель Астра автомобиле, Салауат ҡалаһында мунса янған.
Әлеге ваҡытта бөтә янғындар һүндерелгән.





