Мәскәүҙән килгән ҡар Өфөлә күп ятмаҫ

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән яуым-төшөмгә ҡаршы махсус әҙерлек тураһында хәбәр иттеләр.

Мәскәү ҡалаһында яуған көслө ҡар бөгөн төн Өфөгә килеп етте (Әйткәндәй, 4 мартта Мәскәүҙә яуған ҡарҙы һуңғы 70 йыл эсендәге иң көслө яуым-төшөм тип баһаланылар). Синоптиктар фаразлауынса, ҡар 6 март ирәнгеһенә тиклем дауам итә.

Өфө ҡалаһының коммуналь хеҙмәте ҡатмарлы һауа торошона әҙер. Әлеге ваҡытта урамда 200-гә яҡын техника һәм мең ярым хеҙмәткәр эшләй.