Бөгөн Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 113 йыл тула

Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған.

Һәҙиә Дәүләтшинаның киң билдәле әҫәрҙәре: “Ырғыҙ” (1942-1952 йй.), “Айбикә” (1930), “Башаҡтар тулҡыны” (1932), “Ялҡынлы йылдар”, “Һырға һабағы” (1935), “Мораҙым”.

1967 йылда әҙибәгә “Ырғыҙ” романы өсөн (үлгәндән һуң) Башҡорт АССР-ның Салауат Юлаев ис. дәүләт премияһы бирелде.