Башҡортостанда ғаилә йылы нисек башланды?

Федераль дәүләт статистика хеҙмәте белгестәре 2018 йылдың ғинуарында теркәлгән һәм тарҡалған ғаиләләр иҫәбен иғлан итте.

Фото №1 - Башҡортостанда ғаилә йылы нисек башланды?

Волга буйы федераль округында яңы тыуған ғаиләләр иҫәбе буйынса Башҡортостан беренсе урында. Ғинуар айында республикала 1319 никах теркәлгән. Икенсе урында Татарстан – 1233, өсөнсө урында Түбәнге Новгород өлкәһе – 1133.

Тарҡалған ғаиләләр иҫәбе буйынса ла Башҡортостан беренсе урында. Ғинуар айында айырылышҡан парҙар һаны 1305 –кә еткән.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ