Иртәгә республикала көндөң болотло булыуы, урыны менән ҡар яуыуы, буран сығыуы, еңелсә боҙлауыҡ, юлдарға көрт һалыуы көтөлә.
Һауа температураһының республикала төндә -10,-15, көндөҙ -6,-11, Өфөлә төндә -11,-13, көндөҙ -6,-8 градус һалҡын булыуы күҙаллана.
Алдағы ике көндә яуым-төшөмдөң кәмеүе, һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.





