Сүриәлә террорсылар сафында һуғышҡан Башҡортостан кешеһенә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды

Енәйәт эшен тикшереү барышында асыҡланыуынса,1988 йылғы Бәхетгәрәев Денис Ришат улы 2014 йылдың ноябрендә Сүриә Ғәрәп республикаһына барып законһыҙ ҡораллы ойошмаға ингән. Террор төркөмө сафында ул Сүриә хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыуы билдәле.

2017 йылдың майында Денис Бәхетгәрәев Башҡортостанға ҡайтып төшкән. Халыҡ-ара Өфө аэропортында уны федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алған. Өфөнөң Октябрь районы суды Денис Бәхетгәрәевты Рәсәй енәйәт кодексының 208-се статьяһының 2-се бүлеге буйынса ғәйепле тип тапты һәм иркенән мәхрүм итеү ҡарарын сығарҙы. Киләһе 9 йыл да 3 айын ул ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк.

Авторы: Рафиҡ Әхмәтшин