Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығы тыуған Күгәрсен районында ла киң билдәләнде

Ғилми-ғәмәли кәңәшмәлә «Биишева уҡыуҙары»на йомғаҡ яһалды. Егерменән ашыу район-ҡаланан килгән уҡыусылар, уҡытыусылар асыҡ дәрес күрһәтте, фәнни эштәре менән таныштырҙы. Иң яҡшы фәнни эш авторҙарына иҫтәлекле бүләктәр, маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Район мәҙәниәт һарайында уҙған тамашала әҙибәнең ижадташ дуҫтары, туғандары, ауылдаштары, уның ижадын һөйөүселәр ҡатнашты.

Фойелағы күргәҙмәлә ҡунаҡтар яҙыусының ижады һәм тормош юлы менән яҡындан таныша алды.

Кисәлә өс кешегә Зәйнәб Биишева исемендәге премия тапшырылды. Мәртәбәле премияға «Күгәрсен хәбәрҙәре» район гәзите хәбәрсеһе Гөлдәр Абдуллина, Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов һәм тел белгесе, профессор, Зәйнәб Биишеваның ике туған ҡустыһы Әкрәм Бейешов лайыҡ тип табылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әкрәм Ғибәҙулла улы беҙҙең арала юҡ, уның премияһын улы сығып алды. Өфөнән килгән яҙыусылар союзы ағзалары, журналистар, лауреаттар Зәйнәб Абдулла ҡыҙының һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды.Ойоштороусылар белдереүенсә,әҙибәнең юбилейына арналған саралар районда йыл буйы дауам итәсәк.

Авторы: Рәмилә Исмәғилева